ҠУНАҠБАЙ (Ҡунаҡбаев) Хөсәйен Әхмәтйән улы [12.2.1912, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Нурғәле а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түб. Таһир а., — 15.2. 1943, Курск өлк. Ольховатка а. янында], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1932—36). 1929 й. алып Бөрйән улусы башҡарма ком‑ты секретары, 1‑се баҫҡыс Иҫке Монасип мәктәбе мөдире, “Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре, “Коммуна” (ҡара: “Кызыл таң”) гәз., БАССР ХКС-ы эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑тында бүлек мөдире, 1936—37 йй. Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ пед. уч‑щеларында, 1940 й. — 1‑се Стәрлебаш урта мәктәбендә уҡыта, 1942 й. Стәрлебаш р‑нының Табылды тулы булмаған урта мәктәбе директоры. “Дуҫлыҡ тураһында йырҙар” исем‑ ле тәүге шиғри йыйынтығы 1935 й. сыға. Ҡ. әҫәрҙәрендә тыуған ергә һөйөү, халыҡтар дуҫлығы данлана. “Хәтимә” (1936) поэмаһы башҡ. ҡатын‑ҡыҙы яҙмышына арналған. И.В.Гёте, Дж. Лондон, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. 1937 й. репрессияланған, 1939 й. азат ителгән. Тыуған ауылында Ҡ. исеме м‑н урам аталған.

Әҫәрҙ.: Шиғырҙар. Өфө, 1957.

портрет

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке