ҠУНАҠБАЙ ЙОМАЕВ (? — 1774 й. ғин.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Ирен улусы Сарысбаш (Самсун) а. башҡорто. Ихтилалға 1774 й. ғин. ҡушыла. Ҡәнзәфәр Усаев һәм Мәүлит Айытов м‑н берлектә Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы Әшит ҡәлғәһен ала, ш. уҡ провинцияның Тиса заводы эшселәрен һәм Торговиж бастругы халҡын баш күтәреүселәр армияһына мобилизациялай. Көңгөр ҡ. ҡамағанда һәләк була.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке