ҠУНАҠБАЙ, Учалы р‑нындағы ауыл, Ҡунаҡбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1275 кеше; 1920 — 1696; 1939 — 916; 1959 — 716; 1989 — 618; 2002 — 677; 2010 — 750 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Аҡтабын” гармунсылар халыҡ ансамбле, “Яйыҡ” ҡумыҙсылар халыҡ ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының  указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Юлдаш Ҡунаҡбаев билдәле. Шулай уҡ Ҡандыболаҡ исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 45 йортта 251 кеше йәшәгән, 1866 й. 140 йортта — 972 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 мәсет теркәлгән. А.М.Матросов, Ғ.С.Фәтҡуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке