ҠУНАҠБАЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 140 кеше; 1920 — 1094 (Преображеновка а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 242; 1959 — 232; 1989 — 106; 2002 — 130; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1815 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем‑Юрматы улусы Ҡалҡаш а. (хәҙ. Стәрлебаш р‑ны Иҫке Ҡалҡаш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡунаҡбай Һатлыҡов исеме м‑н аталған. 1865 й. 13 йортта 105 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ ғибәҙәт йорто теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке