ҠУНАҠБАЕВ Сабирйән Абдулла улы [29.12.1901, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Олокүл а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 3.7.1996, Өфө], селекционер. БССР ФА‑ның почётлы акад. (1991), а.х. ф. канд. (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1987). РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы (1957), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1963). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1927) 1930 й. тиклем БАССР‑ҙың Игенселек ХК‑нда; 1932 й. алып Шишмә а.х. тәжрибә ст. (бүлек мөдире, бер үк ваҡытта дир. урынбаҫары) эшләй. 1955 й. башлап БНИИЗиС‑та: бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1958 й. тиклем дир. урынбаҫары, 1961 й. алып лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре селекцияның теоретик нигеҙҙәрен үҫтереүгә һәм иген культуралары сорттарын сығарыуға арналған. Ҡ. етәкс. ужым арышы (Чишминская 2, Чишминская 3, Чулпан, Чулпан 3, Чулпан 7 һ.б.), ужым бойҙайы (Лютесценс 9), ҡарабойҙай (Дёмская, Чишминская) һәм ужым тритикалеһы (Башкирская 1) сорттары сығарылған. Селекцияла ужым арышының ҡыҫҡа һабаҡлы сортта‑ рын сығарыу б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1982). Ленин (1987), Окт. Революцияһы (1981), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Ҡ. йәшәгән йортҡа, Ауыл хужалығы институты һәм Үҫемлекселек буйынса селекция үҙәге биналарына уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Ҡ. исемендәге БР ФА премияһы һәм БДПУ стипендияһы булдырылған. Ҡ. исеме БНИИСХ эргәһендәге Халыҡ- ара йәш селекционерҙар мәктәбенә бирелгән.

Хеҙм.: Озимая рожь в Башкирии. Уфа, 1961; Методы и результаты селекции озимой ржи в Башкирской АССР. М., 1971.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке