ЛАВРОВСКИЙ Константин Петрович [19.11.1898, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Мартыновка а. (Ырымбур өлкәһе Әсекә р‑ны) — 7.3.1972, Мәскәү], химик‑органик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1953), химия ф. д‑ры (1937). Фәнни хеҙмәттәре детонацияға ҡаршы өҫтәмәләрҙе, ш. иҫ. тетраэтилҡурғашты, синтезлауға, нефть химияһы, көкөртлө һәм юғары көкөртлө нефттәрҙе эшкәртеү технологияһын, органик катализды һәм углеводородтарҙың радиацион‑химик әүерелештәрен өйрәнеүгә арналған. 1934 й. алып “Икенсе Баҡы” нефть эшкәртеү з‑дтарын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1935 й. башлап “Уфакрекингстрой” пр‑тиеһында лаб. мөдире һәм баш химик, 1938—39 йй. Өфө крекинг з‑дында баш инженер. 1942— 43 йй. Өфөлә СССР ФА‑ның Урал алды һәм Волга буйы ресурстарын мобилизациялау б‑са комиссия составында эшләй. Л. етәкс. Өфө НЭЗ‑ында Ишембай нефть ятҡылығы нефтен эшкәртеү мәсьәләләрен хәл итеү б‑са ғилми‑техник үҙәк ойошторола. Н.Д. Зелинский ис. (1950), М.В.Фрунзе ис. пр. лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1953, 1959), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм: Исследование Ишимбаевской нефти и схемы промышленной переработки. М., 1936.

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика