ҠАЛМЫҠТАР (үҙ атамаһы хальмг), халыҡ, Ҡалмыҡстандың төп халҡы. Ҡ. һаны 1989 й. Ҡалмыҡ АССР‑ында — 146,3 мең, РСФСР‑ҙа — 165,8 мең, 2002 й. РФ‑та — 173,9 мең, ш. иҫ. БР‑ҙа — 70; 2010 й. ошоға ярашлы 183,4 мең һәм 44 кеше. Ҡ. теле алтай телдәре ғаиләһенең монгол тармағына ҡарай, Ҡ. күпселеге ҡалмыҡ һәм урыҫ телдәрен белә. Диндарҙарҙың күпселеге буддистар, бер өлөшө православие динен тота. Ҡ. этник яҡтан Алтай һәм Көнбайыш Себерҙең монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. 12 б. алып көнбайыш монголдар — ойраттар (байттар, дербеттар, захчиндар, торғуттар, хошуттар һ.б.) составында була. 15—16 бб. Көнсығыш Монголия, Ҡытай һәм Урта Азияның төрки ханлыҡтары м‑н һуғыштар алып баралар. 16—17 бб. аҙ. көсһөҙләнгән ойраттар яңы ерҙәргә күсенеп ултыра башлай.

17 б. башында Ҡ. Башҡортостандың көньяҡ- көнсығыш райондарында урынлаша. Ҡ. башҡорттарға ойошторған даими сапҡындары ер бәхәстәренә килтергән. Ҡ. Башҡортостандың көньяҡ- көнбайышында башҡ. ерҙәрен баҫып алыуы Башҡорт ихтилалына (1662— 64) сәбәпсе була. Башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) Ҡ. баш күтәреүселәр яғында ла, хөкүмәт ғәскәрҙәре яғында ла сығыш яһай. Башҡорт ихтилалында (1681—84) ҡалмыҡ ханы Әйүкә башҡорттар яҡлы була, ләкин 1683 й. урыҫ хөкүмәте яғына сыға, Башҡортостанға баҫып инеп, башҡ. йәйләүҙәрен туҙҙыра, ҡайһы бер башҡ. ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнаша (Башҡортостанға 1708 й. 10 меңлек, 1710 й. 5 меңлек ғәскәр ебәрә). 18 б. башына көнсығыш Башҡортостанда 6 меңгә яҡын Әйүкә Ҡ. ғаиләһе йәшәй. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, башҡорттарҙың ҡалмаҡ ҡәбиләһенең килеп сығышы, Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығышында йәшәгән ҡайһы бер ырыу бүленештәре Ҡ. барып тоташа.

Ҡ. күсмә малсылыҡ м‑н бергә игенселек, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Башлыса йылҡы малы һәм һарыҡ, һирәкләп һыйыр малы, кәзә һәм дөйә үрсеткәндәр. Арыш, бойҙай, тары, етен, тәмәке һ.б. үҫтергәндәр. Тире иләү, кейеҙ баҫыу, сигеү, туҡыу кеүек һөнәрҙәр үҫешкән. 19 б. башына тиклем Ҡ. торамалары түңәрәк формаһында урынлаштырылған, уның уртаһында йәмәғәт йыйылыштары үткәрелгән, мал тотоу урыны һ.б. булған. 19 б. рәт-рәт итеп төҙөлгән даими торамалар барлыҡҡа килә башлай. Тирмә (кейеҙҙән, монголдарҙыҡы кеүек рәшәткәле йыйылма ағас каркастан эшләнгән) төп торлаҡ булған. Көймәле арбаларҙы ла файҙаланғандар. Шулай уҡ ер өйҙәрҙә, ярым ер өйҙәрҙә йәшәгәндәр.

Ғәҙәти ирҙәр кейеме асыҡ муйынлы аҡ күлдәктән, буҫтау салбарҙан һәм ҡайыш м‑н быуылған билле бишмәттән торған. Аяҡҡа тиренән тегелгән йомшаҡ итек кейгәндәр (ҡышын кейеҙ ойоҡ, йәйен киндер силғау м‑н). Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме ситса йәки йөн күлдәктән (уның өҫтөнән еңһеҙ кейем кейгәндәр) һәм салбарҙан торған. Биҙәнеү әйберҙәренә сәс һәм маңлай биҙәүестәре, алтын, көмөш, аҫыл һәм ярым аҫыл таштарҙан яһалған һырға, сәс ҡыҫтырғыстар һ.б. ингән.

Ҡ. традицион аш-һыуында ит аҙыҡтары ҙур урын тотҡан: итле һурпа, билмән, быҡтырылған эс-ҡарын һ.б. Шулай уҡ һыйыр һөтөнән сыр, эремсек, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, бейәнекенән ҡымыҙ яһағандар. Май, тоҙ һ.б. тәмләткестәр ҡушылған һөтлө сәй (джомба) традицион эсемлек иҫ .пләнгән. Ҡамыр аштарына сөсө йәймә, һарыҡ майында ҡыҙҙырылған ҡамыр киҫәктәре ингән. Ижт. мөнәсәбәттәрҙә айырым торамаларҙан һәм аҙ һанлы ғаиләләрҙән торған патронимик берләшмәләр мөһим роль уйнаған. Ҡ. ғаиләләре күп балалы (10 һәм унан да күберәк) булған, өлкән балалар ата-әсәһенән айырым йәшәгән. Ғаиләләр ҡоҙалау йолаһы б‑са барлыҡҡа килгән, ҡыҙҙы урлап алыу ғәҙәте лә күҙәтелгән. Йыш ҡына Ҡ. башҡорттар м‑н ғаилә ҡорған.

Ҡ. традицион һәм дини инаныуҙары булып шаманлыҡ, фетишизм, утҡа, өй усағына табыныу һ.б. иҫәпләнә. Яҙҙың башланыуына арналған байрамдарҙың береһе Цаган сар (Аҡ Ай) булған, был ваҡытта кешеләр бер- береһенә ҡунаҡҡа йөрөп, ҡотлаған, изге теләктәр теләгән. Иң билдәле ауыҙ-тел ижады әҫәре булып “Джангар” героик эпосы иҫәпләнә. Өс юллыҡ шиғырҙар, оҙон көй, хикмәтле һүҙҙәр, әкиәттәр һ.б. киң таралған була. 

Әҙәб.: Кузеев Р.Г. Народы Среднего Поволжья и Южного Урала. М., 1984; Проблемы этногенеза калмыков. Элиста, 1984.

А.Ф.Ғәлиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика