АҠБҮЛӘКАРҠА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Рау һәм Соҡаяҙ йй. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) башынан меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 5 км; һырттың абс. бейеклеге 583 һәм 575 м еткән 2 түбәһе бар. Төньяғында төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш йүнәлештәрҙәге 3 эре уйһыулыҡ, ҡоролоҡло йылдарҙа ваҡытлы һәм юғалыусы йылғаларҙың ҡоро үҙәндәре айырылып тора. Көнсығыш битләүҙәре буйлап оҙонлоғо 400 м һәм киңлеге яҡынса 200 м булған тигеҙләнгән уйһыулыҡ һуҙыла. Өҫкө рифейҙың ҡытау, инйәр һәм минйәр свиталары алевролиттары, эзбизташтары, доломиттары, ҡомташтары һәм һәүерташтарынан ғибәрәт. Ландшафтары серемтәле‑карбонатлы тупраҡтағы ҡайын‑ҡарағай урмандарынан тора. Итәктәрен һәм тигеҙләнгән биләмәләрен төрлө үләнгә бай болондар ҡаплаған.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018