ҠУШЫ ӨЙРӘК (Mergus merganser), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 58—66 см, ауырлығы 1,1—1,8 кг, ҡанатының ҡоласы 92—98 см. Ҡауырһын ҡапламы күпселек өлөшөндә көлһыу һоро, тамағы һәм боғағы аҡ. Инә ҡоштоң башы ҡуш өлпөлө, ерән, ҡанат осо ҡара һыҙатлы. Ата ҡоштоң башы, муйынының өҫкө өлөшө, арҡаһы ҡара, ҡанатында бөтөн аҡ тап бар, ян‑яҡтары һәм ҡорһағы аҡ. Көҙ көнө ата ҡош м‑н инә ҡош бер төҫтә, ата ҡош бәләкәй өлпөлө асығыраҡ төҫтәге башы, күҙенән суҡышына тиклем асыҡ һыҙат булыуы, ҡара күк арҡаһы м‑н айырыла. Суҡышы оҙон һәм тар, осо ырғаҡ формаһында бөгөлгән, ян-яҡта ваҡ ҡына тештәре бар. Аяғы сағыу ҡыҙыл. Моногам. Ояһын ағас ҡыуышында, яр буйындағы ҡая ярығында ҡора, төбөнә үлән, йөн түшәй. 6—9 (ҡайһы берҙә 13‑кә тиклем) аҡ йәки һарғылт аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 32—35 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Башлыса балыҡ һәм һыу хайуандары м‑н туҡлана. Йылға һәм күл ярҙарында оя ҡора. БР‑ҙа Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостандың Урал аръяғында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Йылайыр яйлаһы) йылы яҡҡа осоп киткәндә йәки йылы яҡтан ҡайтҡанда осрай, һирәк осраҡта тау йылғалары буйында оялай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.