ЛАВРОВ Сергей Андреевич (6.11. 1935, Ҡаҙаҡ АССР‑ы Жана‑Семей ҡсб), конструктор. Техник ф. канд. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1977). Ҡазан авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) ӨПЭПБ‑ла эшләй: өлкән инженер‑конструктор, 1960 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1964 й. — баш конструктор, 1991 й. — тәж. КБ нач., 1994–96 йй. конструкторлыҡ‑техник бүлек начальнигы. 1996 й. башлап ӨДИСА‑ла, бер үк ваҡытта 2005— 12 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта. Л. етәкс. хисаплау техникаһының (борт цифрлы хисаплау машиналары), электр бритваларының, ш. иҫ. донъялағы тәүге “Ағиҙел‑1К” космик бритваһының төрлө модификациялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1969).

Х е ҙ м.: Динамическая погрешность вибрационного гироскопа с мультипликатором // Технология авиационного приборо- и агрегатостроения. Саратов, 1989. Вып.1 (авторҙ.); Динамические характеристики роторного вибрационного гироскопа //Шунда уҡ (авторҙ.); Погрешности вибрационного гироскопа с мультипликатором, обусловленные угловым движением основания //Шунда уҡ (авторҙ.).

 

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика