ҠЫРАҠА, Ҡырҡарҡа, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет, Әбйәлил һәм Бөрйән р‑ндары буйлап Рәз й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) алып Үҙән й. тамағына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 90 км тирәһе, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 15 км яҡын, урта өлөшөнөң — 20 км, көньяҡ өлөшөнөң — 10—20 км. Абс. бейеклеге 1045 км. Төньяҡ Үҙән (Ағиҙел й. ҡушылдығы) һәм Ҡағы йй. м‑н 3 тау массивына бүленгән: Төньяҡ, Урта һәм Көньяҡ Ҡыраҡа. Төньяҡ Ҡыраҡала Аҡбейек, Оло Ҡыраҡа, Суртанды һырттары, Көньяҡ Ҡыраҡала — Һарғай һырты айырыла. Рельефы ныҡ йырғыланған. Үҙәк йүнәлешле массивтарҙың түбәләре яҫы. Битләүҙәре тәрән ҡулдар һәм тарлауыҡтар м‑н күп һанлы ҡыҫҡа армыттарға бүлгеләнгән. 3 яҫы тупһа асыҡ күренә: түбәнге (450—650 м), урта (750— 900 м), юғары (1000 м). Һырт Ҡыраҡа тектоник комплексы тоҡомдарынан тора. Ҡ. Ағиҙел, Ҡағы, Һарғай һәм Үҙән йй. күп ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 550— 580 м бейеклектәге битләүҙәрҙә һоро һәм асыҡ һоро урман тупрағында ҡаҙаяҡ, ҡолонғойроҡһәм ҡуян ҡолағы үҫкән ҡарағай‑ҡайын урмандары юғарыға табан һирәк ҡарағас урмандары м‑н алмашына; 600—750 м бейеклектә йоҡа ҡатламлы ҡараға оҡшаш тупраҡта төрлө үлән, ҡылған үҫкән тау далалары ята. Ҡ. көньяҡ өлөшө Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке