ЛАВРЕНТЬЕВ Пётр Денисович (11.1.1905, Дон ғәскәре өлк. Таганрог ҡ. — 4.10.1979, Химки ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Испаниялағы Граждандар һуғышында (1936—39) ҡатнашыусы. Харьков политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) 26‑сы Рыбинск мотор з‑дында, 1941 й. алып 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (Өфө) эшләй: баш инженер, 1946 й. башлап дир.; 1947 й. алып 32‑се почта йәшниге ойошмаһында (Куйбышев ҡ.); 1961 й. башлап Куйбышев, 1969—78 йй. Мәскәү авиация ин‑тында уҡыта. Л. етәкс. авиамоторҙарҙы конвейер ысулы м‑н йыйыу эшләнә һәм индерелә. БАССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1951). Ленин (1939, 1945 й. июле һәм сент.), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1941) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: П.Д.Лаврентьев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика