ҠАЛМАШ, йылға, Сәрмәсән й. һул ҡушылдығы. Саҡмағош р‑ны Ҡашҡар а. эргәһендә башлана, ш. уҡ район терр‑яһы буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Иҫке Ҡалмаш а. янында йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртә. Сәрмәсән й. (тамағынан 27 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, басс. майҙаны 410 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,05 м3/с. Басс. рельефы тигеҙлек, һыҙа һәм йырындар м‑н ҡатмарланған. Ландшафтары йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан һәм ҡоро болондарҙан ғибәрәт. Үрге ағымында басс. 12%‑ын, түбәнге ағымында — 5%‑ын урман биләй, 70%‑ы һөрөнтө ер. Ҡалмашбаш а. эргәһендә быуа төҙөлгән. Ҙур ҡушылдыҡтары: Рапат, Саҡмағош (бөтәһе лә — һул).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.