ЛАВРЕНТЬЕВ Михаил Алексеевич (19.11.1900, Ҡазан — 15.10.1980, Мәскәү, Новосибирск ҡ. ерләнгән), математик, механик. СССР ФА (1946) һәм Украина ССР‑ы ФА (1939) акад., техник ф. д‑ры (1934), физика‑матем. ф. д‑ры (1935), проф. (1929). Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). МДУ‑ны тамамлаған (1922). 1929—76 йй. Мәскәү, Киев һ.б. вуздарында һәм ҒТИ‑ларында эшләй, бер үк ваҡытта 1957—75 йй. СССР ФА Себер бүлексәһе рәйесе һәм 1957—76 йй. Гидродинамика ин‑ты (Новосибирск) директоры. 1939—49 йй. Украина ССР‑ы ФА эшләй: Математика ин‑ты дир.; 1941—43 йй. Физика һәм математика ин‑тында (Өфө) бүлек мөдире.

Фәнни хеҙмәттәре математика (комплекслы үҙгәреүсәндең функциялары теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы һ.б.), тотош мөхит механикаһы (ҡанат теорияһы, оҙон тулҡындар теорияһы һ.б.) һәм ғәмәли физика проблемаларына арналған. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы Өфөгә эвакуацияланған осорҙа эластик‑кумулятив зарядтар теорияһы төҙөү б‑са тикшеренеүҙәрҙе һәм уларҙы етештереүгә индереү, авиация двигателенең индереү клапанын камиллаштырыу б‑са эштәрҙе етәкләй. Шартлатыуҙы халыҡ хужалығында файҙаланыу б‑са ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы.

СССР ЮС‑ының 5—9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин пр. (1958), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1946, 1949) лауреаты. Ленин (1953, 1956, 1960, 1967, 1975), Окт. Революцияһы (1970), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945, 1948, 1953, 1954) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Методы теории функций комплексного переменного. 4‑е изд., испр. М., 1973 (авторҙ.); Проблемы гидродинамики и их математические модели. 2‑е изд. М., 1977 (авторҙ.).

Әҙәб.: Будрейко Е.Н., Жуков А.П. Профессора университета Менделеева. ХХ век. М., 2007.

М.Д.Рамаҙанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика