ҠАЛМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалтасы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 7 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 51 км алыҫлыҡта Сәүләш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 940 кеше; 1920 — 964; 1939 — 876; 1959 — 753; 1989 — 548; 2002 — 627; 2010 — 503 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (2‑се Ҡалтасы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Эске‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. 147 кеше йәшәгән, 1865 й. 78 йортта — 522 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 6 һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке