ҠАЛМАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2022 кеше; 1920 — 2184; 1939 — 2080; 1959 — 1645; 1989 — 795; 2002 — 721; 2010 — 686 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының указдар  (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 230 йортта 1249 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше, быйма баҫыу м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, һыу тирмәне, ат м‑н ярма һурғыс булған. 1906 й. 2 мәсет, татар мәктәбе, 3 бакалея кибете, 3 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. А.Д.Ҡарасурин, Ә.С.Уразмәтов ошо ауылда тыуған.

 

Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.