ҠАЛМАШ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Дыуан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 70 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 145 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 439 кеше; 1959 — 535; 1989 — 208; 2002 — 155; 2010 — 131 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Мәсәғүт кантонында урман сәнәғәте хужалығы ойошторолғандан һуң Һыулы Ҡалмаш ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 11 йорт теркәлгән. 50‑се йй. аҙағынан хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.