“КОНДИ”, ЯАЙ. Кондитер изделиелары (кәнфит, печенье, вафля, перәник, лоҡом, зефир һ.б.) етештергән. Өфөлә урынлашҡан. Составына бисквит, шоколад, ҡатырға, карамель, кәнфит цехтары (бөтәһе лә 1977 й. ойошторолған) ингән. 2003 й. 557 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. 1975 й. ойошторола, 1976 й. 1‑се Өфө кондитер ф‑каһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1990 й. алып ҠП, 1994 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2004 й. башлап пр‑тие “Харрис БДБ” компаниялары төркөмөнә инә.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.