ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы (25.7.1905, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙ. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а., – 26.10.1942, Сталинград өлк. Котлубань ҡсб), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Татар коммунистик ун‑тында уҡыған (Ҡазан, 1929—33). 1925—27 йй. Мәсетле улусы ком‑ты секретары, 1934 й. алып Ейәнсура МТС‑ының сәйәси бүлек нач., 1935 й. Маҡар р‑нының “Алға” гәз. мөхәррире, ш. уҡ йылдың окт. “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире, 1939—41 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары, бер үк ваҡытта 1941 й. “Ағиҙел” ж. баш мөхәррире. “Яңы күпер”, “Осрашыу”, “Баштан кисергәндәр” һ.б. хикәйәләрендә 20 б. 20—30‑сы йй. ваҡиғалары һүрәтләнгән. “Кроликтәр” (1941) пьесаһы, “Күгәрсендәр” (1940) хикәйәһе балаларға арналған. “Сәлим ҡарт” (1936), “Алма” (1939) һ.б. пьесалары колхоз‑совхоз театрҙарында ҡуйылған. Тыуған ауылында уның исеме м‑н урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1956.

Ф.Ш.Сибәғәтов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке