ҠАЛМАНТАЕВА Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7.11.1948, Чкалов өлк. Үрге Ильяс а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; К.Ф.Ғәҙелшин, Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), БДУ‑ны (1987) тамамлаған. 1970 й. алып Салауат башҡ. драма театры, 1971—83 йй., 1985—92 йй. һәм 1994 й. — Сибай башҡ. драма театры, 1998—2002 йй. Өфө “Нур” татар театры, 1992—93 йй. һәм 2002 й. башлап БР Милли Йәштәр театры актрисаһы. Ҡ. ижадына төрлө жанрҙарҙағы — сатирик, эксцентрик, фольклор, ш. уҡ лирик-драматик ролдәрҙе ҙур оҫталыҡ м‑н башҡарыу хас: Салауат башҡорт драма театрында — Ҡарлуғас (Б.Бикбайҙың ш. уҡ исемле драмаһы; дебют, 1970); Сибай башҡорт драма театрында — Ғәлимә (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле әҫәре), леди Мильфорд (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Эльвира (“Дон Жуан”, Мольер); “Нур” театрында — Әниә (Т.Ғ.Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” пьесаһы б‑са), Зөлфиә (“Гүргә инер сер ине”, Р.М.Кинйәбаев); Милли Йәштәр театрында — Әсә (“Дала ҡиссаһы”, Ф.М. Бүләков), Нәғимә (“Беҙҙең өйҙөң йәме”, М.Кәрим әҫәре б‑са), Анна Михайловна (“Мәңге тереләр” — “Вечно живые”, В.С.Розов) һ.б. К/ф ролдәре: Оло инәй (“Оҙон- оҙаҡ бала саҡ”, 2005), Өләсәй (“13‑сө раунд”, 2011; икеһе лә — “Башҡортостан” к/ст).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке