АҠБУР, аҡбур системаһы (осоро), мезозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 145±3 млн йыл, тамамланыуы — 65 млн йыл. 1822 й. Бельгия геологы Ж.Омалиус д’Аллуа айырып күрһәтә. А. аҫҡы бүлеге (аҫтан өҫкә) берриас, валанжин, готерив, баррем, апт һәм альб ярустарына, өҫкө бүлеге сеноман, турон, коньяк, сантон, кампан һәм маастрихт ярустарына бүленә. Юра м‑н А. сигендә киммерий йыйырсыҡланыуының һуңғы фазаһы масштаблы беленә. А. дауамында палеоматериктарҙың тарҡалыуы дауам итә; Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка Евразия м‑н Африканан айырыла, Атлантик океан барлыҡҡа килә, Африка, Һиндостан, Антарктида һәм Австралия бүленеп сыға. А. һуңғы осоронда Ер тарихындағы иң ҙур трансгрессия була, континенттарҙың байтаҡ өлөшө диңгеҙ һыуы аҫтында ҡала. А. сәскәле үҫемлектәр барлыҡҡа килә. Был бөжәктәрҙең төрлөлөгө артыуына килтерә. Хайуандар донъяһында ер, диңгеҙ һәм осоусы динозаврҙар өҫтөнлөк итә. Кеҫәртке ҡойроҡло (археоптерикс һымаҡ) һәм елпеүес ҡойроҡло ҡоштар, һөйәкле балыҡтар тереклек итә. А. 2‑се ярт. муҡсалы һәм плацента имеҙеүселәр барлыҡҡа килә. А. аҙағында климат күберәк континенталлек яғына һәм дөйөм һалҡынайыуға табан үҙгәрә. Динозаврҙар, аммониттар һәм белемниттар үлеп бөтә. Ҡоро ерҙә дым яратҡан үҫемлектәр һаны кәмей, рептилияларҙан тик крокодилдар, гөбөргәйелдәр һәм гаттериялар ғына ҡала. БР терр‑яһында трансгрессия Урал алды бөгөлөн, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралыныңкөньяҡ өлөшөн һәм Башҡортостандың Урал аръяғының күп өлөшөн ҡаплай. Эрозия һәм тектоник күтәрелеш һөҙөмтәһендә А. ҡатламдары фрагменттары башлыса диңгеҙ ултырмаларының пермде, триасты һәм юраны ҡаплаған сығанаҡтарын кәүҙәләндерә. Урал алдында А. өҫкө бүлеге ултырмалары — дөйөм ҡалынлыҡтары 50 м тиклем булған глауконит ҡомдар, ҡомташтар, ҡырсынташлыҡтар, балсыҡтар, мергелдәр, яҙыу аҡбуры, опокалар өҫтөнлөк итә. Урал аръяғында А. киңерәк үҫешкән, аҫҡы бүлеге (180 м тиклем ҡалынлыҡтағы диңгеҙ яры һәм континенталь фациялар) һәм өҫкө бүлеге (245 м тиклем ҡалынлыҡтағы диңгеҙ ултырмалары) м‑н билдәле. БР‑ҙа А. ултырмалары яҙыу аҡбуры, фосфорит һәм глауконит сығанаҡтарын үҙ эсенә ала.

Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018