ҠӘМӘР, башҡорт ир‑егеттәренең ҡаптырмалы киң традицион билғауы (ҡара: Башҡорт кейеме). Ҡ. тегеү өсөн биҙәкле буҫтау, бәрхәт, ебәк ҡулланғандар. Сигеү, уҡа, аҡыҡ, фирүзә, ынйы ҡашлы көмөш йәки алтын ялатылған металл таралғы м‑н биҙәгәндәр. Елән, камзул өҫтөнән йөрөткәндәр. Ҡ. ғәҙәттә байрам (туй) ваҡытында таҡҡандар. Ҡ. оҡшаш билғау ҡаҙаҡ, татар, үзбәк һ.б. көнсығыш халыҡтарында булған.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке