ҠӘЛҒӘЛӘР, ян-яҡлап оборонаға һәм оҙайлы ҡамауға әҙер даими гарнизонлы нығытмалар. Башҡортостан терр‑яһында Ҡ. ҙур торамалар төҙөлгәндән һуң барлыҡҡа килә. Башҡортостандың Рус дәүләтенәҡушылыуынан һуң төбәктә күпләп Ҡ. төҙөү башлана. Улар яңы ерҙәрҙе колониялаштырыу өсөн плацдарм һәм дошман һөжүм иткәндә ҡасыу өсөн нығытма булған.

Ҡ. ҡойма (ергә вертикаль рәүештә ултыртылған бүрәнәләр) йәки диуар (араларына тупраҡ, таш тултырып, йәнәш һалынған ике бүрәнә стена) рәүешендә обламлы (стенаның өҫкө өлөшө алғараҡ сығып, бойницалы бүрәнә стена м‑н һаҡланған) итеп төҙөлгән. Стена буйында ҡайһы саҡ һыу тултырылған тәрән соҡор ҡаҙылған. Ҡ. бүрәнә башнялары ябыҡ йәки үтеп йөрөмәле (ҡапҡалы) дүрт йәки һигеҙ мөйөшлө булған. Ҡ. төҙөү өсөн асыҡ, йыш ҡына ҡалҡыу урын йәки йылға буйы һайланған. Ҡ. нығыраҡ һаҡлау өсөн артиллерия орудиелары файҙаланылған. Ҡ. Рәсәйҙең көнбайыш һәм үҙәк өйәҙҙәренән хәрби-хеҙмәтле халыҡ йәшәгән. 1586 й. Өфө ҡәлғәһе (ҡара: Өфө кремле) төҙөлә. 17 б. 2‑се ярт. Шишмә, Саллы ҡаласығы, Бөрө ҡаласығы (ҡара: Бөрө), Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығына (ҡара: Табын ҡәлғәһе) нигеҙ һалына. Яңы биләмәләрҙе нығытыу һәм һаҡлау өсөн нығытмалы сик һыҙыҡтары төҙөү башлана. 1652—55 йй. Кама аръяғы сик һыҙығы төҙөлә. 18 б. башында Пётр Iадм. һәм хәрби реформалары осоронда Алексеевск, Сергиевск, Екатеринбург, Һамар ҡаласығы һ.б. яңы Ҡ. төҙөлә, иҫкеләрен үҙгәртеп ҡороу, төҙөкләндереү башлана. Ҡайһы бер Ҡ. ҡала яны Ҡ. (Бөрө ҡаласығы, Зәй, Минзәлә, Уҫы, Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы һ.б.) статусын ала.

Ҡ. комендант етәкселек иткән, ул туранан-тура губернаторға буйһоноп, штаб-офицерҙан да түбән булмаған хәрби чиновниктарҙан тәғәйенләнгән. Тыныс ваҡытта уға Ҡ. бөтә ғәскәрҙәре буйһонған. Комендант хәрби расписание төҙөргә, төҙөкләндереү, оборонаға әҙерлек эше м‑н шөғөлләнергә бурыслы булған. Һуғыш ваҡытында ғәскәрҙәрҙе хәрби әҙерлек хәленә күсереү, Ҡ. тирәһендәге халыҡты эвакуациялау, һөжүм итеүселәр м‑н һөйләшеүҙәр алып барыу, Ҡ. һаҡлау йәки дошманға биреү б‑са шәхсән яуаплылыҡ комендант иңенә төшкән. 1725—35 йй. төбәктә Ҡ. төҙөү ике йүнәлеш б‑са алып барыла: хәрби һәм граждандар (адм., сауҙа-сәнәғәт) тәғәйенләнешендәге һәм күсмә халыҡтарҙың һөжүмен кире ҡағыу, хәрбиҙәр тарафынан ерҙәр үҙләштереүгә ярҙам итеү өсөн традицион (бәләкәй) Ҡ. төҙөү. 1731—36 йй. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығы төҙөлә. Ҡ. төп нығытмалары ур һәм куртинанан (ҡәлғә стенаһының бастион һәм башня араһындағы өлөшө), бастиондан (соҡорҙо һәм тирә-яҡты утҡа тотоу өсөн ҡулайлаштырылған биш мөйөшлө ҡоролма) торған. Төп нығытма алдында өҫтәмә ҡоролмалар — соҡор, равелин (куртинаны дошман утынан һаҡлау, күрше бастиондарға ярҙамлашыу өсөн куртина һәм соҡор алдында эшләнгән өс мөйөшлө ҡоролма), ышыҡ юл (гарнизон һөжүмгә күсә алһын өсөн ҡаласыҡҡа тиклемге иркен ер), гласис (тирә- йүнде утҡа тотоу өсөн ышыҡ юл алдына өйөлгән тупраҡ) урынлашҡан.

Ырымбур экспедицияһы (1734— 44) ойошторолоу м‑н төбәктә Ҡ. төҙөүҙең яңы этабы башлана. Указдар (1736 й. 11 февр.) яңы нығытмалар төҙөүгә рөхсәт бирә. 1735—43 йй. Ырымбур сик һыҙығының, Йәлдәк ҡәлғәһенең, Красноуфимск ҡәлғәһенең, Нуғайбәк ҡәлғәһенең, Табын ҡәлғәһенеңтөп нығытмалары, 1755 й. Йылайыр ҡәлғәһе төҙөлә. Ҡ. йыш ҡына башҡорт ерҙәрендә һалына. 18 б. 30—50‑се йй. ҙур нығытмалар төҙөү өсөн 1298 мең дисәтинәгә яҡын башҡ. ере тартып алына. Ошо арҡала башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) тоҡана, Ҡ. ҡайһы берҙәре емереп ташлана. 18 б. уртаһында Ырымбур, Орск ҡәлғәһе һәм Троицк ҡәлғәһе Урта Азия илдәре м‑н тышҡы сауҙа үҙәгенә әйләнә. 1781 й. Өфө наместниклығын ойоштороу т‑дағы указға ярашлы, Бөрө, Быҙаулыҡҡәлғәһе, Верхнеурал ҡәлғәһе, Минзәлә, Сергиевск, Троицк, Силәбе ҡәлғәләре өйәҙ ҡалалары статусын ала. 18 б. аҙ. наместниклыҡта 40 Ҡ. иҫәпләнә. 19 б. 2‑се ярт. Ҡ. хәрби әһәмиәтен юғалтып, күптәре ҡала һәм ауыл статусын ала.  

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке