ҠӘЙҮП, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Топҡонды й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 365 кеше; 1939 — 394; 1959 — 198; 1989 — 146; 2002 — 138; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Красноуфимск өйәҙе Бала‑Ҡатай улусы Ҡараҡай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1920 й. Ҡәйеп исеме м‑н теркәлгән, 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. М.М.Мырҙанов ошо ауылда тыуған.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов