АҠБУР, ултырма тау тоҡомо, органоген эзбизташтарҙың йомшаҡ төрө. 80%‑ы кристаллы кальциттан, эзбизташлы кокколитофорид ылымыҡтарының һәм фораминифер тамыраяҡтарҙың кальцитлы һөлдә өлөштәренән тора, составында ш. уҡ ҡабырсаҡ, бүздәк, диңгеҙ ләләһе, мәрйен, балсыҡлы минерал һөлдәләре бар. Структураһы пелитоморфлы (бөртөксәләренең үлсәме 0,005—0,01 мм), текстураһы массив, еңелсә цементланған, буяуыс. Төҫө аҡ, һорғолт йәки һарғылт. Эзбиз, цемент, сода, быяла, яҙыу аҡбуры, теш пастаһы етештереү өсөн, резина, ҡағыҙ, лак‑буяу һ.б. сәнәғәт тармаҡтарында тултырғыс сифатында, тупраҡҡа эзбиз индереү һәм хайуандарҙы өҫтәмә туҡландырыу өсөн, парфюмерияла ҡулланыла. БР‑ҙа Ишембай, Көйөргәҙе һәм Мәләүез р‑ндарында өҫкө А. ҡатламдарында таралған. Иҫке Яҡуп I һәм II, Үрге Мотал ятҡылыҡтары (Көйөргәҙе р‑ны) разведкаланған. Ятҡылыҡтарҙы урындағы халыҡ файҙалана.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.