ҠӘЙҮМОВА Суфия Абдрахман ҡыҙы (18.12.1920, Өфө — 5.8.2005, шунда уҡ), балет артисы. Башҡ. театр‑ художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1938; педагогы К.В.Матсон) 1969 й. тиклем БДОБТ‑ла эшләй. Төп спектаклдәрҙең бөтәһендә лә: Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”), Р.М.Глиэрҙың “Ҡыҙыл мәк” (“Красный мак”), П.И.Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”) балеттарында; “Аҡбуҙат”, Ш.Гуноның “Фауст”, М.И.Глинканың “Иван Сусанин” һ.б. операларҙа бейей. Уға сәхнә һөйкөмлөлөгө, драматик үҙенсәлеклелек, бейеү хәрәкәттәренә иркенлелек хас. Төп партиялары: Сванильданың әхирәте (“Коппелия”), Арыҫланбайҙың 2‑се ҡатыны (“Сыңрау торна”) һ.б. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. “Сыңрау торна” (Свердловск к/ст, 1959) фильм‑балетында төшә.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке