ҠАЛҠАН, тау, Учалы р‑ны Ҡалҡан а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Ҡалҡан күле буйында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 663 м, оҙонлоғо 2,6 км, төньяҡ‑көнсығыш өлөшөнөң киңлеге 0,6 км, көньяҡ‑көнсығыш өлөшөнөң — 1 км. Оҙонса формала. Төньяҡ‑көнсығыш битләүҙәре текә, көньяҡ‑көнбайышы — һөҙәк. Аҫҡы һәм урта ордовик дуниттарынан һәм серпентиниттарынан тора. Көнсығыш битләүенең ландшафы утрау рәүешендәге ҡарағай һәм себер ҡарағасы урмандары булған тау‑болон далаларынан, көнбайыш битләүе — ҡарағас‑ҡарағай‑ҡайын урмандарынан тора.

Р.Ә.Хәмиҙуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.