ҠАЛҠАН, Урал й.  басс. күл. Учалы р‑ны  Ҡалҡан а. төньяҡ-  көнсығышҡа табан  2,5 км алыҫлыҡта  урынлашҡан. Күл өҫтө  майҙаны 1,8 км2,  оҙонлоғо 2,6 км, уртаса  киңлеге 0,6 км,  уртаса тәрәнлеге 2,9 м  (иң тәрән урыны —  4,7 м), һыу күләме 5,1 млн м3; һыу  йыйыу майҙаны 9,0 км2.

Тектоник  күл, ордовик (серпентинлашҡан  дуниттар)  тау тоҡомдарында барлыҡҡа  килгән; соҡоро һуҙылған, төбө һөҙәк,  сапропель м‑н (ҡалынлығы 1,5—3,5 м)  ҡапланған, төньяҡ өлөшөндә улаҡтары  бар. Тымыҡ  күл, һыу кимәле  юғары булғанда шишмә ағып сыға һәм  Урал й. м‑н тоташтыра. Уртаса күп  йыллыҡ һыу кимәленең үҙгәреүе  0,5 м тәшкил итә. Башлыса яуым‑төшөм  һыуҙары  м‑н туйына. Һыуы сөсө,  сульфатлы‑натрийлы. Күл эвтрофик. 

Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары һөҙәк,  аҙ беленә, көнсығышы — ҡалҡыу,  көнбайышта — текә, күл эргәһендә  Ҡалҡан тауы урынлашҡан. Көнсығыш  өлөшөндә күлгә ярымутрау килеп  инә. Күлдең тирә‑яғындағы ландшафт  ҡайын‑ҡарағас урмандарынан  һәм болонло далаларҙан тора. Яр  буйҙарында көньяҡ ҡамышы, тар  япраҡлы екән, сумған мөгөҙьяпраҡ,  ябай һыу бөрсөгө һ.б. үҫә. Күлдә  алабуға, ҡарабалыҡ, ҡыҙылғанат, сабаҡ,  суртан, табан балыҡ, яр буйында  аҡсарлаҡ, ала тумыртҡа, барҡылдаҡ,  турғай, кәкүк, өйрәк, ябай  һандуғас йәшәй. Күлдең көньяҡ һәм  төньяҡ өлөштәре һаҙлыҡлы. 

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.