ҠАЛҠАН, Учалы р‑нындағы ауыл,  Учалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән  Т.‑Көнб. табан 26 км һәм Учалы  т. юл ст. 18 км алыҫлыҡта Урал й. буйында  урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. —  1139 кеше; 1920 — 1269; 1939 — 670;  1959 — 382; 1989 — 290; 2002 —  392; 2010 — 332 кеше. Башҡорттар  йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп  (Учалы башҡ. гимназияһы филиалы),  фельдшер-акушерлыҡ пункты,  мәҙәниәт  йорто, китапхана, мәсет бар. 

Ауылға 18 б. уртаһында указдар  (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙна тарафынан  тартып алынған Себер даруғаһы  Ҡара-Табын улусы башҡорттарының  аҫаба ерҙәрендә Шәмәр  исеме м‑н типтәрҙәр нигеҙ һала.  18 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. Шулай  уҡ Ҡалдан булараҡ теркәлгән. 1795 й.  30 йортта 208 кеше йәшәгән, 1866 й.  121 йортта — 703 кеше. Игенселек,  малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет  булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне  теркәлгән. Ю.П.Баталин  ошо ауылда  тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.