ҠАЛҠАМАНТИШЕК МӘМЕРЙӘҺЕ, Оло Тимер мәмерйәһе. Бөрйән р‑ны Тимер а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта девон эзбизташтарында  барлыҡҡа килгән. Төньяҡ  һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге  үткелдәрҙән һәм коридорҙарҙан  торған лабиринттан ғибәрәт. Оҙонлоғо  1,2 мең м, киңлеге 1—3 м, уртаса  бейеклеге 2,6 м, амплитудаһы  74 м, майҙаны 1,6 мең м2, күләме  4,1 мең м3. Мәмерйәнең 2 ауыҙы  бар. Төп ауыҙы (киңлеге 1,6 м, бейеклеге  2 м) Ағиҙел й. кимәленән  14 м бейеклектә ҡаяла урынлашҡан.  Ауыҙ янынан коридор башлана (киңлеге  яҡынса 1 м, бейеклеге 15 м тиклем).  Үҙәк һәм төньяҡ‑көнсығыш  өлөшөндә Баш һөйәге, Ҡурҡыныс һәм  Ишелгән ҡыуыштары урынлашҡан.  Ҡоҙоҡ рәүешендәге икенсе ауыҙы  (диам. 1 м, тәрәнлеге 19 м) төп ауыҙы  кимәленән 12 м бейеклектә урынлашҡан.  Мәмерйәнең стеналары һәм  иҙәне кальцит ҡатламы м‑н ҡапланған,  күп сталактиттар, сталагмиттар  һәм гелектиттар бар. Т‑раһы  яҡынса 7оС. Ҡышҡыһын төп ауыҙы  янында боҙло сталагмиттар һәм кристалдар  барлыҡҡа килә.

Әҙәб.: Темировская пещера //Пещеры. Пермь, 1970. Вып. 8-9.

Ю.В.Соколов

Тәрж. А.Н.Күсеев

Илл.: Ҡалҡамантишек мәмерйәһе. План

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.