ҠАЛДАР, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Волостновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Мәнеү й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 193; 1939 — 98; 1959 — 225; 1989 — 344; 2002 — 373; 2010 — 322 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, соц.‑мәҙәни үҙәк бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡалдар Ишбулатов исеме м‑н аталған. 1866 й. 39 йортта 246 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.