ҠАЛА-ТИРӘ ТРАНСПОРТЫ, ҡала тирәһендәге зонала (ҡаланың адм. үҙәгенән йәки ҙур ауылдан 50 км тиклем алыҫлыҡта) пассажирҙар ташыған дөйөм файҙаланыуҙағы транспорт. Автомобиль транспорты, йылға транспорты, тимер юл транспорты, милек төрө б‑са — дәүләт һәм шәхси Ҡ.‑т.т. айырыла. Башҡортостанда ҡала-тирә автомобиль бәйләнеше Өфө моторҙар эшләү з‑ды эшселәрен ташыу өсөн 20 б. 20‑се йй. аҙ., т. юл бәйләнеше — 30‑сы йй. яйға һалына. 1956 й. Өфө—Дим һәм Өфө—Оло Теләк участкаларында ҡала-тирә электр поездары йөрөй башлай. Ҡ.‑т.т. артабанғы үҫеше башлыса ҡалаларҙа сәнәғәт объекттары тупланыуына (ҡара: Сәнәғәт узелы), дача-торлаҡ төҙөлөшө артыуына бәйле. БР‑ҙа ҡала-тирә пассажирҙар ташыу структураһында өҫтөнлөк автомобиль транспортына бирелә (ҡара: 1‑се һәм 2‑се табл.). Респ. ҡалаларында һәм райондарында даими ҡала- тирә автобус бәйләнеше “Башавтотранс” ДУП‑ы пр‑тиелары һәм шәхси эшҡыуарҙар, т. юл бәйләнеше — “Башҡортостан ҡала-тирә пассажирҙар компанияһы” ААЙ (ҡара: 3‑сө табл.) тарафынан алып барыла. Йылға транспортына ҡала-тирә бәйләнешендә пассажирҙар ташыу күләменең бик аҙ өлөшө тура килә.

Л.Ф.Ситдиҡова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

1‑се табл.

Текст на русском языке

Дөйөм файҙаланыуҙағы ҡала-тирә транспортының пассажирҙар ташыу структураһы (%)

 

1965

1970

1980

1990

2000

2004

2010

2011

Автомобиль транспорты

68,2

81,5

85,7

90,5

90,5

85,9

86,5

86,4

Тимер юл транспорты

31,8

18,5

14,3

9,5

9,5

14,1

13,5

13,6

2‑се табл.

Ҡала-тирә автобустарында пассажирҙар ташыу

 

1960

1970

1980

1991

2000

2004

2010

2011

Маршруттар һаны

84

157

223

534

666

695

478

478

Пассажирҙар ташылған, млн кеше

20,4

74,2

121,5

122,6

67,0

56,6

28,9

28,8

3‑сө табл.

Дөйөм тәғәйенләнешле тимер юл транспортында пассажирҙар ташыу (млн кеше)

 

1960

1970

1980

1990

2000

2004

2010

2011

Пассажирҙар ебәрелгән, бөтәһе

  ш. иҫ. ҡала-тирә бәйләнешендә

14,1

11,3

21,1

16,9

24,6

20,2

29,7

25,0

8,9

7,1

11,1

9,3

5,9

4,5

6,0

4,5