ҠАЛАСЫҠ, археологик ҡомартҡы, нығытылған торама. Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәтенә ҡараған 200‑гә яҡын Ҡ. табылған. Иң боронғо Ҡ. б.э.т. 8—7 бб. ҡарай (Бөрө ҡаласығы, Юлдаш ҡаласығы, Яңы Ҡабан ҡаласығы һ.б.). Нигеҙҙә, йылғаның бейек ярҙарында урынлашҡандар. Ҡ. майҙаны 8—15 мең м2 тәшкил итә, айырым осраҡта 150—250 мең м2 етә [Охлебинин ҡаласығы (ҡара: Охлебинин археологик комплексы), Саруа ҡаласығы]. Ҡ. һаҡ системаһы урҙарҙан (һирәк осраҡта стеналарҙан) һәм соҡорҙарҙан тора. Урҙарҙың (1— 3 ур) оҙонлоғо 40—80 м, киңлеге 5—10 м, бейеклеге 1—4 м булған. Оҙонлоғо 190 м, киңлеге 30 м, бейеклеге 6 м еткәндәре лә осрай (Саруа һәм Иҫке Мошто ҡаласыҡтары). Ҡ. тораманы бөтә яҡтан уратып (түңәрәк йәки дүрт мөйөшлө итеп) йәки тигеҙ ерле яғынан ярым түңәрәк итеп тупраҡтан төҙөгәндәр. Йыш ҡына ағас нигеҙгә ҡороп (Әнәс ҡаласығы), өҫтән балсыҡ (Абдулла ҡаласығы, Трикол ҡаласығы), таш (Ҡараяҡуп ҡаласығы), текә ҡойма (Трикол һәм Торатау ҡаласыҡтары) м‑н нығытҡандар. Ҡайһы бер Ҡ. терәүҙәр булған (Саруа һәм Торатау ҡаласыҡтары). Соҡорҙар (урҙар һанына ҡарап) 2,5 м тәрәнлектә ҡаҙылған; улар ур һәм стеналарҙан бер ни тиклем алыҫлыҡта урынлашҡан һәм дренаж канауы итеп файҙаланылған. Ҡайһы бер Ҡ. эске һәм тышҡы ур һәм соҡорҙар системаһы булған (Юлдаш ҡаласығы). Тупраҡтан, ағастан һ.б. эшләнгән Ҡ. осрай (Ҡара Абыҙ ҡаласығы). Ҡ. мәҙәниәт ҡатламы 0,5—1,5 м тәшкил итә. Ҡайһы бер Ҡ. ярым ер өйҙәр (Абдулла ҡаласығы, Торналы ҡаласығы, Шайтан ҡаласығы һ.б.), ер өҫтө торлаҡтары (Серёнькин ҡаласығы), усаҡтар (Табын ҡаласығы, Таптыков ҡаласығы һ.б.), металлургия мейестәре (Баръяҙы ҡаласығы) табылған. Бөтә Ҡ. ла хужалыҡ соҡорҙары осрай. Ҡ. материалдары керамиканан, эш ҡоралдарынан (балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар һәм ураҡтар, тирмән таштары һәм таш иген онтағыстар, һөйәк тишкестәр һ.б.), ҡоралдан (бронза, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары һ.б.), биҙәүестәрҙән (бронза беләҙектәр, көҙгөләр, ҡаптырмалар, бронза һәм тимер ҡайыш тәңкәләре, быяла муйынсаҡтар һ.б.) тора. Ҡ. күпселеге күп ҡатламлы, был иртә тимер быуат һәм урта быуат дәүерендә Көньяҡ Уралға халыҡтарҙың күсеп ултырыу этаптарын күҙалларға мөмкинлек бирә (Бөрө ҡаласығы, Кәкрекүл ҡаласығы, Өфө ҡаласыҡтары һ.б.). Ҡ. тибындағы ҡомартҡыларға бронза быуаты нығытмалары (Арҡайым, Берсуат һ.б.) инә.

Әҙәб.: Пшеничнюк А.Х. Новые материалы с поселений Гафурийского района //Поселения и жилища древних племён Южного Урала: сб. науч. тр. Уфа, 1983.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке