ҠАЛАҠТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Әбйәлил, Учалы р‑ндары һәм Силәбе өлк. буйлап Әбйәлил р‑ны Рәхмәт а. киңлегенән Ям й. (Урал й. басс.) үрге ағымы киңлегенә тиклем көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км яҡын, БР‑ҙа 2 км тирәһе, киңлеге 4 км яҡын. Абс. бейеклеге 619 м (Силәбе өлк.). Рельефында ҙур уйпатлы һөҙәк‑тулҡынлы көнбайыш битләүҙәре һәм һөҙәк түбәле һәм түбәләр араһында биләндәр булған һөҙәк көнсығыш битләүҙәре айырыла. Франс ярусының кремнийлы‑балсыҡлы һәүерташтарынан, базальттарынан, андезибазальттарынан тора. Ландшафтары һоро урман тупрағындағы ҡайын урмандарынан, ябай һәм болон ҡара тупрағындағы болонло далаларҙан тора. Көньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш итәгендә дымлы болондар һәм күрәнле‑төрлө үләнле һаҙлыҡтар булған күл буйы уйһыулыҡтары урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.