КҮЛҠУҢКАҪ, Күл, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Күл-Ҡуңҡаҫ күле (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 353 кеше; 1920 — 248; 1939 — 244; 1959 — 265; 1989 — 207; 2002 — 243; 2010 — 209 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе Илекәй-Мең улусы Ҡунҡаҫ а. (хәҙ. Әлшәй р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Түб. Ҡуңҡаҫ исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. башынан Иҫке Ҡуңҡаҫ булараҡ теркәлгән. 1795 й. 12 йортта 57 кеше (ш. уҡ мишәрҙәр иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. Иҫке Ҡуңҡаҫта (Күл-Ҡурған) 58 йортта — 309 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. (хәҙ. исемен йөрөткән) 2 мануфактура кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов