ҠАЛА ТӨҘӨЛӨШӨ, ҡала һ.б. торама пункттарҙы планлаштырыу, төҙөү теорияһы һәм практикаһы. Башҡортостанда Ҡ.т. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң үҫешә башлай, төбәктең үҙәгендә һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында ҡәлғәләр (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары) төҙөү башлана, уларҙың бер өлөшө ҡалаға әйләнә, мәҫ., Өфө (1586), Бөрө (1663). Өфө (1803, 1809, 1819; архитекторы В.И.Гесте, инженеры В.К.Сметанин) һәм Стәрлетамаҡ, Бөрө, Бәләбәй ҡҡ. тәүге проект пландары 19 б. урыҫ Ҡ.т. традицияларында башҡарыла: даими планлаштырыу, соц.‑мөлкәт билдәләре б‑са зоналарға бүлеү, урындағы тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алыу һ.б. 20 б. 20‑се йй. аҙ. – 30‑сы йй. башында Мәскәүҙән белгестәрҙе йәлеп итеү һәм “Башгоспроект” дәүләт проект бюроһын (1929; ҡара: “Башкиргражданпроект”) ойоштороу м‑н Башҡортостанда сәнәғәт үҙәктәрен комплекслы төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан районлап планлаштырыу индерелә: Өфө һәм Черниковка р‑ндарының (1931—32; архитекторҙары М.Я.Гинзбург һ.б.; ҡара: Черниковск) планировкаһы урынлаштырыуҙың яңы концепцияһына — һуҙымлы ҡала принцибына ҡорола. 1938—39 йй. Баймаҡ, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Ишембай ҡасабаһының (архитекторҙары П.П.Дохтуров, В.Н.Ефимов, Б.Ғ.Кәлимуллин, А.И. Филонов һ.б.) ген. пландары төҙөлә. 1939—40 йй. Стәрлетамаҡ‑Ишембай сәнәғәт р‑нының техник‑иҡт. нигеҙен планлаштырыу был ҡалаларҙың берҙәм үҫеше принцибы (ҡара: Ҡала агломерацияһы) б‑са башҡарыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында проектлау‑планлаштырыу һәм илдең көнбайыш өлкәләренән эвакуацияланған сәнәғәт пр‑тиеларын Башҡортостанда урынлаштырыу эштәренә БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Ғилми‑техник совет (1944 й. алып Архитектура эштәре б‑са идаралыҡ) етәкселек итә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа нефть сығарыу һәм эшкәртеү райондары айырыуса әүҙем төҙөлә: Октябрьский (архитекторҙары А.Капкин, Л.Нечаева, В.Э.Нудельман), Салауат (архитекторҙары Л.Бочаров, Е.Я.Витенберг, Т.Тимофеев) ҡҡ. барлыҡҡа килә. 50‑се йй. алып Ҡ.т. сатлы һәм ярым ҡулсалы итеп планлаштырыу (Черниковск, Октябрьский ҡҡ.) ҡулланыла. Белорет, Стәрлетамаҡ (икеһе лә — 1947), Ишембай (1949), Күмертау (1955) һ.б. ҡалаларҙың ген. пландарына үҙгәрештәр индергәндә дөйөм ҡала үҙәктәре үҫешенә, тарихи райондарҙы реконструкциялауға, ҡала сите зонаһын һ.б. планлаштырыуға айырыуса иғтибар бүленә. Торлаҡ массивтарының үҫеше торлаҡ фондтарын һүтеү һәм яңыртып төҙөү иҫәбенә үткәрелә. СССР МС‑ы “СССР‑ҙа торлаҡ төҙөлөшөнөң үҫеше тураһында” (1957) ҡарарын ҡабул иткәндән һуң респ. ҡалаларын формалаштырыуҙың яңы этабы башлана. Ҡалаларҙың буш терр‑яларында ҙур торлаҡ микрорайондары төҙөлә. 1959— 65 йй. яҡынса 4,3 млн м2 торлаҡ майҙаны барлыҡҡа килә. 60‑сы йй. башына Башҡортостанда үҫешкән ҡала селтәрҙәре формалаша, 17 ҡала һәм 38 ҡала тибындағы ҡасаба төҙөлә. Үҙ‑ара перпендикуляр транспорт үҙәктәре респ. терр.‑планлаштырыу төҙөлөшөнөң нигеҙе булып тора: Мәскәү—Өфө—Силәбе һәм Өфө—Ырымбур тимер юлдары. Башҡортостандың Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай терр.‑иҡт. үҙәге артабан Нефтекама яғына меридиональ үҫеш ала (1963; архитекторҙары А.Ф.Козлов, В.Г.Тадиашвили). Ҙур ҡалалар үҫешен сикләп, урта һәм бәләкәй ҡалалар үҫешен тиҙләтеү принцибы күсереп ултыртыу концепцияһында төп йүнәлеш булып тора. Респ. ауылдарында даими төҙөлөш 20 б. 50‑се йй. 2‑се ярт. башлана. А.х. производствоһын бер ергә туплау хужалыҡтарҙы эреләтеүгә һәм ауылдар һанын 7299‑ҙан (1959 й.) 4641‑гә (1994 й.) тиклем кәметеүгә килтерә. 60—80‑се йй. Павловка һыуһаҡлағысында ял зонаһы (1969), БАССР райондарын планлаштырыу (1972, 1983), Нефтекама, Өфө, Стәрлетамаҡ р‑ндары төркөмө (1988, 1992; бөтәһе лә — “Ленгипрогор” ин‑ты) проекттары, туризм объекттарын үҫтереү һәм урынлаштырыу схемаһы (1983, “ЛенНИИПградостроительства” ин‑ты) эшләнә. 90‑сы йй. алып ген. пландарҙа үҙәктән күсереү системаһына өҫтөнлөк бирелә: ҡала яҡындағы биҫтә м‑н бергә ҡарала. 1995 й. респ. ҡала төҙөлөшөнөң эшмәкәрлеген көйләүсе БР‑ҙың Ҡала төҙөлөшө кодексы ҡабул ителә. 2002 й. БР терр‑яһын үҫтереүҙә ҡала төҙөлөшөн планлаштырыу концепцияһы, 2005 й. БР терр‑яһын планлаштырыу һәм транспорт инфраструктураһы схемалары проекттары (икеһе лә — “ЛенПромстройпроект”) өҫтөндә эш тамамлана. 1998—2005 йй. БР райондары һәм ҡалаларының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө органдарында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн мәғлүмәт технологиялары индерелә: “Мониторинг” һәм “Тамамланмаған төҙөлөш объекттары регистры” программа комплекстары, ш. уҡ “Ингео” (етештереүсеһе — “Интегро” системалы тикшеренеүҙәр үҙәге, Өфө) геомәғлүмәт системаһы, уның технологик базаһында Өфө төҙөлөшөн хоҡуҡи көйләү системаһы формалаша, Өфө, Салауат, Октябрьский, Белорет, Туймазы, Нефтекама һ.б. ҡалаларҙың ҙур масштаблы цифрлы вектор карталары төҙөлә. “ЛенПромстройпроект” ин‑ты тарафынан Өфөнөң ген. планы (1995) һәм уға төҙәтмәләр (2006); “Территорияны функциональ зоналарға бүлеүҙе экологик‑иҡтисади яҡтан нигеҙләү” (1998); “Өфөнөң зоналар регламенты”, “Транспорт инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә ҡала территорияһын файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу концепцияһы” (икеһе лә — 2000); “2020 йылға тиклем ҡаланы йылылыҡ менән тәьмин итеү схемаһының үҫеш концепцияһы” (2002); “Ҡала территорияһын ыҙандарға бүлеү тәртибе тураһында положение” (2004) һ.б. геомәғлүмәт системаһы нигеҙендә эшләнә.

Әҙәб.: Калимуллин Ф.Б. Формирование планировочной структуры городов Башкирии (основание поселений, их развитие в 1917—40‑е гг.). Уфа, 1995; шул уҡ. Преобразование планировочной структуры городов Башкирии (эволюция городов в 1940—70‑е гг.). Уфа, 1996; Ширгазин А.Р. Формирование планировочного устройства малых населённых мест Башкортостана (1970—1980 гг.). Уфа, 2000.

Ф.Б.Кәлимуллин, Р.С.Фәйзуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.