ҠАЛА РЕФОРМАҺЫ (1870), ҡала үҙидараһы (ҡара: Урындағы үҙидара) реформаһы, Рәсәйҙәге реформаның (19 б. 60—80‑се йй.) бер өлөшө. 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы”на ярашлы үткәрелә. Ҡ.р. б‑са ҡала идараһының билдәле бер ҡатламдан төҙөлгән органдары бөтә ҡатлам вәкилдәре булған күрһәтмә биреүсе ҡала думалары һәм үтәүсе ҡала башҡармалары м‑н алмаштырыла. Ҡала эштәре м‑н идара итеүгә эре финанс, сәнәғәт һәм сауҙа буржуазияһы вәкилдәре йәлеп ителә. Һайлау хоҡуғы йәш (25 йәше тулған ир-егет) һәм мөлкәт (күсемһеҙ милек, сәнәғәт, сауҙа һ.б. предприятие хужалары; сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр, ш. уҡ ҡала бюджетына һалым һәм йыйымдар түләгән ведомство, учреждение, ширҡәт, сиркәү, монастырҙар) цензы нигеҙендә бирелгән. Һайлауҙар 3 курия (эре, уртаса һәм ваҡ һалым түләүселәр; улар ҡала һалымдарын тигеҙ дөйөм түләгән) б‑са үткәрелеп, уларҙың һәр ҡайһыһы ҡала думаһы гласныйҙарының 1/3 өлөшөн һайлаған. Ҡаланың үҙидара органдары ҡаланы төҙөкләндереү (яҡтылыҡ, йылы биреү, һыу м‑н тәьмин итеү, таҙартыу, транспорт, юлдар һалыу һ.б.), ҡала капиталы һәм мөлкәте м‑н идара итеү, сауҙа, сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт үҫешенә булышлыҡ итеү кеүек адм.‑хужалыҡ хоҡуҡтарына эйә булған. Янғын һүндереүселәрҙе, полиция, төрмә һәм казармаларҙы тотоу (ҡала бюджетының 20—60%‑ын тәшкил иткән) ҡала думаһына йөкмәтелгән. Ҡала думалары һәм башҡармалар күсемһеҙ милектән һалымдар һәм йыйымдар алыу, ҡала мөлкәтен һәм ерҙәрен файҙаланыуҙан, сауҙа һәм сәнәғәт пр‑тиеларынан, кәсепселектән килгән аҡса нигеҙендә ҡала бюджетын туплау хоҡуғы ала. Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында Ҡ.р. ғәмәлгә ашырыу 1870 й. авг.—сент. башлана: 3 курияға бүленгән һайлаусыларҙың исемлеге төҙөлә. Ырымбур ҡ. йәшәгән 33 меңдән ашыу кешенең 2007‑һе һайлау хоҡуғына эйә була, шуларҙың 75‑е — эре, 244‑е — уртаса, 1688‑е ваҡ һалым түләүсе була; Өфөлә йәшәгән 20 меңдән ашыу кешенең 1275‑е (31‑е — эре, 118‑е — уртаса һәм 1126‑һы ваҡ һалым түләүсе) һайлау хоҡуғы ала. 1870 й. Ырымбурҙа 1 курия б‑са уртаса һалым 4,3 мең, Өфөлә 1879 й. 3,4 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Ҡала думаһы һәм башҡармаларына тәүге һайлауҙар Ырымбурҙа һәм Өфөлә 1870 й. нояб.—дек. үтә; Өфө һәм Ырымбур губ. өйәҙ ҡалаларында 1870—74 йй. булып уҙа. Өфө һәм Ырымбур губ. ҡала ҡаҙналарын тулыландырыуҙың төп сығанағы булып ер (йорт, төрлө пр‑тие һәм учреждениелар төҙөү өсөн) һәм күсемһеҙ милектән (килем, иҫерткес эсемлектәр һатыу, ҡунып сығыу йорттары һ.б.) алынған һалым һәм йыйымдар, сауҙа һәм кәсептәрҙән (төрлө документтар һәм танытмалар биреү, акттарҙы раҫлау, аукцион сауҙаһы) килгән йыйымдар, ҡала мөлкәте (сауҙа рәттәре, мунсалар, келәттәр һ.б.) м‑н файҙаланыуҙан алынған килемдәр, йәмәғәт банкылары, китапхана, театр, музей, ш. уҡ земстволарҙың, төрлө йәмәғәт ойошмаларының, граждандарҙың штраф, хәйриә аҡсалары, дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса һ.б. иҫәпләнгән. Ҡала думалары һәм башҡармалары мохтаждарға матди ярҙам күрһәткән, яңы уҡыу йорттары (башланғыс халыҡ һәм мәхәллә училищелары, һөнәрселек мәктәптәре һ.б.), китапхана, театр һәм музейҙар асыуға булышлыҡ иткән; хәйриә эшен алып барған (эпидемияларға ҡаршы көрәш ойоштороу, мәрхәмәтлек м‑н шөғөлләнеү). Ҡ.р. төп положениелары 1892 й. “Ҡала положениеһы” ҡабул ителгәнгә тиклем үҙ көсөндә була [ҡара: Реформалар (19 б. 80—90‑сы йй.)].

Әҙәб.: Леонов Н.И. Буржуазные реформы 60—70‑х годов XIX в. в Башкирии. Уфа, 1993; Емалетдинова Г.Э. Городское самоуправление на Южном Урале во второй половине XIX — начале XX вв. Уфа, 2003.

Н.И.Леонов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке