ҠАЛА ҺӘМ АУЫЛ ХАЛҠЫ, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡ. Ҡ.һ.а.х. нисбәте торамаларҙы ҡала торамаларына индереү критерийҙарына (ҡара: Ҡала), халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше, халыҡ миграцияһы үҙенсәлектәренә һәм адм.‑терр. реформаларға (торама пункттарҙы бер категориянан икенсеһенә күсереүгә) бәйле. 1865 й. Өфө губернаһында ҡала халҡы йәшәүселәрҙең дөйөм һанының 4%‑ын тәшкил иткән һәм был күрһәткес б‑са Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге төбәктәр араһында, Вятка губернаһын һәм Дон ғәскәре өлкәһен һанамағанда, һуңғы урындарҙың береһен биләгән. 1897 й. хәҙ. Башҡортостан терр‑яһында урынлашҡан ҡалаларҙа бөтә халыҡтың 4%‑ы, 1913 й. 5%‑ы (148 мең кеше) йәшәгән. Был күрһәткес, Рәсәй империяһының уртаса күрһәткесе м‑н сағыштырғанда, 3 тапҡырға аҙыраҡ була. 20 б. 20‑се йй. тиклем ҡала халҡының һаны әкренләп арта (1897— 1926 йй. 150 мең кешегә); уның һаны был осор эсендә 5%‑ҡа артҡан һәм 1926 й. 9% тәшкил иткән. 20‑се йй. 2‑се ярт. ҡабул ителгән закондарға ярашлы, торама пункттарҙы ҡала биләмәләренә индереү тәртибе үҙгәреү, респ. сәнәғәтенең ҡара металлургия, төҫлө металлургия һ.б. тармаҡтарының үҫеүе ҡала биләмәләре селтәре киңәйеүенә һәм ҡала халҡы һанының артыуына килтерә. 2 ҡала һәм 13 ҡала тибындағы ҡасаба барлыҡҡа килә. 1939 й. ҡарата респ. ҡала халҡының һаны 1913 й. м‑н сағыштырғанда 3,6 тапҡырға артҡан, сағыштырмаса һаны дөйөм халыҡ һанының 17%‑ын тәшкил иткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. терр‑яһына илдең башҡа төбәктәренән сәнәғәт пр‑тиелары эвакуациялана. Был сәнәғәттең үҫешенә, 7 ҡала тибындағы ҡасабаның ҡалаға әйләнеүенә һәм 4 ҡала, 25 ҡала тибындағы ҡасабаның барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. 60—70‑се йй. адм.‑терр. реформалар үткәреү, “перспективаһыҙ ауылдар” сәйәсәте ауыл халҡы һанының кәмеүенә килтерә. 70‑се йй. башына тиклем респ. ҡала халҡы һанының үҫеш темпы, СССР һәм РСФСР‑ҙың уртаса күрһәткесе м‑н сағыштырғанда, юғарыраҡ була; ҡалалар һаны 17‑гә, ҡала тибындағы ҡасабалар — 38‑гә етә, уларҙа респ. халҡының 48%‑ы йәшәй. Артабанғы йылдарҙа респ. ҡалаларының һаны күп кенә ауылдарҙы ҡала тибындағы ҡасаба категорияһына күсереү һәм 4 яңы ҡала барлыҡҡа килеү иҫәбенә арта. 70‑се йй. уртаһына ҡала барлыҡҡа килтереүсе яңы пр‑тиеларҙы төҙөү күләме кәмеү, 1993 й. башланған тыуым кимәле түбәнәйеү, ш. уҡ 90‑сы йй. адм.‑терр. үҙгәртеп ҡороуҙар ҡала халҡы һанының үҫеш темптарының әкренәйеүенә килтерә: 1979— 89 йй. 333 мең кешегә (15,2%), 1989—95 йй. 114 мең кешегә (4,5%). Ҡала халҡының өлөшө шуға ярашлы 7%‑ҡа һәм 1%‑ҡа арта. 2000 йй. 38 ҡала тибындағы ҡасабаны ауылға әйләндереү арҡаһында, ҡала халҡы аҙая. 2000—05 йй. ҡала халҡының һаны 205 мең кешегә (7,8%) кәмей. Башҡортостан Рәсәйҙең 1989—2005 йй. ауыл халҡы кәмемәгән, ә 1,1 тапҡырға артҡан бер нисә төбәге иҫәбенә инә. 1990 й. ауыл ерендә йәшәүселәр һаны, мигранттар (ҡара: Ҡасаҡтар) күп килеү сәбәпле, ауыл еренән китеүселәр һанынан күберәк була. 1923—2010 йй. ҡала халҡының һаны 12,9 тапҡырға арта, ауыл халҡының һаны 1,6 тапҡырға кәмей. 2010 й. ҡала халҡы өлөшө РФ‑та уртаса 74%, Волга буйы федераль округында — 71%, БР‑ҙа 60% була (ҡара: Урбанизация). Торама тибына ҡарап демографик процестар һиҙелерлек айырыла. 50‑се йй. тыуым һәм тәбиғи артым ауыл ерендә юғарыраҡ була. Ауыл халҡының ҡалаларға миграцияһы һөҙөмтәһендә ҡала халҡының йәшәреүе сәбәпле, ҡалаларҙа артым коэффициенты ҙурая. 1993 й. алып ҡала һәм ауыл ерендә тыуымдың кәмеүе һәм уның кимәлдәренең яҡынайыуы, халыҡтың үлеме артыуы хас. Ауыл ерендә 35 йәшкә, ҡала ерендә 30 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә тыуым күрһәткестәре кәмей. Бөтә йәш төркөмдәрендә лә ауыл халҡының үлеме ҡала халҡына ҡарағанда юғарыраҡ, Ҡ.һ.а.х. үлем күрһәткестәрендә иң ҙур айырма 20—39 йәштәгеләр төркөмөндә. Респ. ауыл ерендә, РФ м‑н сағыштырғанда, сабыйҙар үлеме әҙерәк. Ҡалаларҙа тирә-яҡ мөхит торошо насарланыуы арҡаһында үлем һаны арта (ҡара: Халыҡ һаулығы). Ҡала ерендә ауылдағыға ҡарағанда ғүмерҙең уртаса оҙонлоғо ҙурыраҡ, ауыл ерендә ғүмер оҙонлоғо артыу иҫәбенә күрһәткестәрҙең тигеҙләшеү тенденцияһы күҙәтелә. Ҡ.һ.а.х. никахта тороуы күпкә айырыла. 2002 й. ҡалаларҙа ирҙәрҙең 64,5%‑ы, ҡатындарҙың 53,1%‑ы, ауыл ерендә ирҙәрҙең 67%‑ы һәм ҡатындарҙың 60%‑ы никахта торған. 1995 й. респ. ҡалаларында айырылышыу 4,5%, ауыл ерендә 2,0% тәшкил иткән. БР‑ҙа, нигеҙҙә, бер милләтле никахтар өҫтөнлөк итә: ауыл ерендә — 80,9%, ҡалаларҙа — 71,6%. Ҡала һәм ауыл ғаиләләренең уртаса ҙурлығы яҡынайыу, уларҙа тәүге балаларҙың һаны сағыштырмаса артыу тенденцияһы хас. Шул уҡ ваҡытта икенсе булып тыуған балалар һаны ҡалаларҙа үҙгәрмәгән тиерлек, ә ауыл ерендә артҡан. 2000 йй. башында ҡала ғаиләләрендә өсөнсө бала тыуыу һаны 1960 й. м‑н сағыштырғанда 3 тапҡырға, дүртенсе һәм унан да күберәк бала тыуыу 7 тапҡырға кәмегән. Халыҡтың ҡалаға миграцияһы халыҡтың енес-йәш буйынса структураһына йоғонто яһай. 2010 й. ҡалаларҙа 1000 иргә уртаса 1185, ауыл ерендә — 1073 ҡатын тура килгән. Респ. ҡалаларында хеҙмәткә яраҡлы йәштәге халыҡтың төп өлөшө, ауыл ерендә балалар һәм хеҙмәткә яраҡлы йәштән уҙған халыҡ (уға күберәк ҡаланан күсеү хас) тупланған. БР‑ҙа ауыл ерендә, РФ б‑са уртаса күрһәткескә ҡарағанда, хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр аҙыраҡ. Ҡ.һ.а.х. араһында халыҡтың милли составы б‑са шаҡтай ҙур айырма бар. Ауыл халҡы араһында башҡорттар күберәк (2002 й. — 47,6%). Был халыҡтың таралып ултырыуының терр. үҙенсәлектәренә, башҡорттарҙың хужалыҡ эшмәкәрлегенең тарихи шарттарына, респ. терр‑яһында сәнәғәт етештереүенең тигеҙ үҫешмәүенә һәм урынлашмауына бәйле. 1926 й. респ. ҡалаларында 11,6 мең башҡорт йәшәгән, йәки ҡала халҡының 5,1%‑ы, 2002 й. — 517,6 мең, йәки 19,3%. Ҡала башҡорттарының 50%‑ҡа яҡыны Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат ҡҡ. йәшәй. Урал иҡтисади төбәге ҡалаларында башҡорттар һаны сағыштырмаса юғары (16,1%). Башлыса башҡорттар йәшәгән райондарҙан йәштәр күрше төбәктәрҙең ҡалаларына күсә. Сыуаштар, мариҙар, удмурттарҙың төп өлөшө — ауыл ерендә, урыҫтар, украиндар, белорустар, мордвалар, татарҙарҙыҡы — ҡалала йәшәй. Татар халҡының өлөшө респ. көнбайышындағы һәм төньяҡ-көнбайышындағы ҡалаларҙа, урыҫ халҡыныҡы — адм. үҙәктәрҙә һәм ҙур ҡалаларҙа юғары. Ҡалаларҙа халыҡтың белем һәм профессиональ кимәле күпкә юғары, мәҫ., юғары белемле кешеләр 2 тапҡырға күберәк. Ҡ.һ.а.х. төп айырмаһы халыҡтың мәшғүллеге структураһында. 20 б. 80-се йй. аҙ. алып ауыл халҡына а.х. эшләүселәр һанының кәмеүе һәм сәнәғәттә, транспортта (ш. иҫ. ҡалаларҙа ауылдан йөрөп эшләүселәрҙең), рекреацион хеҙмәтләндереүҙә, ш. уҡ ауыл биләмәләре инфраструктураһында эшләүселәрҙең өлөшө артыуы хас.

Әҙәб.: Хисматов М.Ф. Территориальная организация производительных сил Башкирии и пути её совершенствования. Уфа, 1987.

И.Э.Мөхәмәтнуров

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке