ҠАЛА БАШҠАРМАЛАРЫ, Рәсәйҙә ҡала үҙидараларының башҡарма органдары (ҡара: Урындағы үҙидара). 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы”на ярашлы Ҡала реформаһы (1870) барышында ойошторолалар. Ҡала думаларына буйһоналар. Ҡ.б. ҡала думалары тарафынан 4 йылға һайлап ҡуйылған ҡала башлығынан (рәйес) һәм бер нисә ағзанан торған. 1892 й. “Ҡала положениеһы” на ярашлы, Ҡ.б. урындағы хакимиәттән бойондороҡлолоғо көсәйә: башҡарма ағзалары дәүләт хеҙмәтенә күсерелә (ҡала башлығы — губернатор, башҡарма составы урындағы хакимиәт йәки губернатор тарафынан раҫлана), ағзалар һаны билдәләнә (баш ҡалаларҙа — 6 кеше, халҡы 100 меңдән ашыу булған ҡалаларҙа — 4, губерна үҙәктәрендә — 3, башҡа ҡалаларҙа — 2 кеше). Ҡ.б. ҡарамағына ҡала хужалығы м‑н идара итеү мәсьәләләре ингән: ҡала һалымдарын йыйыу һәм бүлеү (башҡарманы, янғын һүндереүселәрҙе, суд һәм полиция органдарын, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениеларын тотоу), ҡаланы төҙөкләндереү, ш. уҡ шәхси биналар планын раҫлау һәм уларҙы үҙгәртеп ҡороуға рөхсәт биреү, һалым түләүселәр һәм төрлө ҡала учреждениеларының отчёт биреү ваҡытын һәм тәртибен билдәләү, ҡала думалары өсөн ҡала хужалығы торошо т‑да белешмә йыйыу һ.б. Тәүге Ҡ.б. ағзаларын һайлау Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы үҙәктәрендә 1870 й. дек. уҙа. Өфөлә Ҡ.б. 1871 й. ғин. асыла. Өфө Ҡ.б. рәйестәре: П.В.Попов (1871 й. алып), Д.С.Волков (1875—87; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1875—86), Ф.Е.Чижов (1887—90), С.Л.Сахаров (1891—93; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1891—94), А.А.Мал(л)еев (1894— 1906; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1895— 1906), П.Ф.Гиневский (1906—08), Г.Е.Диц (1909), С.П.Зайков (1909— 13), А.И.Верниковский (1914—17; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1915—17), А.И.Бриллиантов (1917), В.П.Гиневский (1918), Г.М.Курковский (1918). Ырымбурҙа Ҡ.б. 1871 й. апр. асыла. Төрлө йылдарҙа Ырымбур Ҡ.б. рәйесе булып Оголин (1871), Н.В.Ладыгин (1871—75), Н.А.Середа (1875, 1879—87, 1892—95, 1897—1901), С.И.Назаров (1887—92), Н.В.Кузьмин (1901—03, 1905—11), А.М.Пустовалов (1912 й. алып), В.Н.Ладыгин (1913 й. алып), Е.Н. Клиентов (1915), В.Ф. Барановский (1917—1918) эшләй. Ырымбур һәм Өфө губ. өйәҙ үҙәктәрендә Ҡ.б. 1871—74 йй. эш башлай: Троицкиҙа — 1871 й. окт., Стәрлетамаҡта — 1872 й. ғин., Орскиҙа — 1872 й. февр., Минзәләлә — 1872 й. авг., Силәбелә — 1872 й. авг. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1874 й.), Бөрөлә — 1872 й. нояб. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1873 й.), Верхнеуралда — 1872 й. нояб. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1874 й.), Бәләбәйҙә — 1874 й. ғин., Златоуста — 1874 й. июлендә. 1917 й. дек. — 1918 й. июнендә идара Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарына күсә (ҡара: Советтар). 1918 й. ғин. Өфө Ҡ.б. Өфө губерна революцион комитеты тарафынан бөтөрөлөү сәбәпле, уның вәкәләттәре ҡала коммунаһы комиссариатына, 1918 й. июлендә Өфө ҡала думаһы ваҡытлы комитетына бирелә.

Әҙәб.: Леонов Н.И. Буржуазные реформы 60—70-х годов XIX в. в Башкирии. Уфа, 1993; Емалетдинова Г.Э. Городское самоуправление на Южном Урале во второй половине XIX — начале XX вв. Уфа, 2003.

Н.И.Леонов

Тәрж. М.Х.Хужин

Фото: Бөрө ҡала башҡармаһы бинаһы

Текст на русском языке