АҠБУЛАТ МӘМЕРЙӘҺЕ. Ағиҙел й. үҙәненең уң битләүендә, Бөрйән р‑ны Аҡбулат а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта, “Алтын Солоҡ” заказнигында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, девон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле юлдар системаһы булып тора. Оҙонлоғо 1160 м, уртаса киңлеге 1,3 м, уртаса бейеклеге 2 м, тәрәнлеге 18 м, майҙаны 2 мең м2, күләме 4 мең м3. Арка рәүешендәге мәмерйәгә инеү урыны (киңлеге 1,2 м, бейеклеге 0,8 м) Ағиҙел й. кимәленән 80 м бейеклектә яланғас тау нигеҙендә урынлашҡан. Мәмерйәгә инеү урынынан төньяҡта юл ауыҙға (оҙонлоғо 50 м) алып бара; көньяҡ-көнсығышта юл (оҙонлоғо 25 м) — Алғы ҡыуышына (оҙонлоғо 30 м, киңлеге 10 м, бейеклеге 4 м), унан һигеҙ юл (оҙонлоғо 20 м тиклем) тармаҡлана. Инеү урынынан 25 м алыҫлыҡта ауыҙ Ҡунаҡ бүлмәһе ҡыуышына (диам. 7 м, бейеклеге 2 м тиклем) киңәйә. Ауыҙҙың һуңғы түбәнге нөктәһенән (-13 м) түбәләге тар ярыҡ Аш бүлмәһе ҡыуышына (оҙонлоғо 15 м, киңлеге 5 м тиклем, бейеклеге 8 м) алып бара, тамыу күҙәтелә. Ҡыуыштың көнсығыш стенаһындағы юлдар (оҙонлоғо 25 м) емерек Тамсылы ҡыуышына (диам. 15 м, бейеклеге 12 м) күсә, унан төньяҡҡа стеналары көрән кальцит һарҡыуҙары м‑н ҡапланған Көмбәҙ ҡыуышы (диам. 7 м, бейеклеге 10 м) урынлашҡан. Ҡыуыштың түбәһендәге ҙур булмаған юл (+22 м; мәмерйәнең иң бейек нөктәһе) өйөм м‑н тамамлана. Тамсылы ҡыуышынан 500 м оҙонлоҡтағы көньяҡ-көнсығыш йүнәлешле юлдар һәм ауыҙҙар системаһы башлана. Мәмерйә иҙәне шыйыҡ балсыҡ м‑н ҡапланған. Ҡыуыштарҙа күлдәр бар, драпировкалар һәм шарлауыҡтар осрай, юлдарҙа — кальцит флагтары һәм ҡабырғалары. Һауа т‑раһы йәйен 5°С. Ҡышын мәмерйәнең көньяҡ өлөшө туңа. Инеү алды өлөшө башлыса ҡоро. Түбә, стеналар һәм емерек ҙур киҫәктәр һарҡҡан ҡайыр м‑н ҡапланған, сталактиттар күп, һирәгерәк сталагмиттар, гелектиттар һәм гурҙар осрай. Мәмерйәнең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә стеналар, түбә һәм иҙәнде мондмильх (паста һымаҡ кальцит массаһы) ҡаплаған.

Ю.В.Соколов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.