ҠАЛА АГЛОМЕРАЦИЯҺЫ, тығыҙ производство, хеҙмәт, мәҙәни-көнкүреш, рекрацион бәйләнештәре һәм уртаҡ транспорт инфраструктураһы булған торамаларҙың (башлыса ҡала торамалары) төркөмләп урынлашыу рәүеше. Терр. структураһы б‑са бер үҙәкле — тирә-яғындағы ҡалған бөтә торамаларҙы үҙ йоғонтоһона буйһондорған һәм уларҙан ҙурыраҡ булған бер үҙәк ҡала; күп үҙәкле — үҙ-ара бәйле бер нисә үҙәк ҡала Ҡ.а. айырып йөрөтәләр. БР‑ҙа урбанизацияның хәҙ. этабында Өфө һәм формалашып килгән Стәрлетамаҡ- Салауат агломерацияһы айырыла. Өфө агломерацияһы составына урман-парк бүлкәте һәм ял итеү зонаһы м‑н Өфө ҡ., Благовещен ҡ., Шишмә р‑нының Шишмә ҡасабаһы һәм 2‑се Алкин а., Иглин р‑нының Иглин, Көҙөй, Урман, Оло Теләк, Турбаҫлы, Таутөмән аа., Өфө р‑нының Жуков а., БАССР‑ҙың 15 йыллығы ис. Йоматау шифаханаһы а. һәм ҡала янындағы а.х. пр‑тиелары инә. Өфө агломерацияһының формалашыуына һәм үҫешенә уның транспорт магистралдәре (Һамар—Өфө— Силәбе тимер юлы һәм автомобиль юлы, Себерҙән Рәсәйҙең Европа өлөшөнә үткән үткәргес торбалар, суднолар йөрөй торған Ағиҙел й.) киҫешкән урында урынлашыуы булышлыҡ итә. Терр. структураһы б‑са ул бер үҙәкле, был коммуникацияларҙың үҙәк характерлы булыуы м‑н билдәләнә. Үҙәктең ныҡ ҙурайып китеүе һәм уның тышҡы зонаһының насар үҫеше Өфө агломерацияһына хас һыҙат. Өфөлә БР‑ҙың төрлө тарафынан, РФ‑тың Урал (металл), Себер (нефть) һ.б. төбәктәренән килгән сеймал эшкәртелә. Өфө агломерацияһы ҙур һәм тиҙ үҫеүсе Ҡ.а. ҡарай. Респ. халҡының 27,7%‑ын (1,1 млн яҡын кеше) үҙендә туплаған. Стәрлетамаҡ-Салауат Ҡ.а. составына бер-береһенән 20—25 км алыҫлыҡта урынлашҡан Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡҡ. инә. Коммуникацияларҙың һыҙма характерҙа булыуы уның күп үҙәкле терр. структураһын билдәләй. Урындағы һәм ситтән килтерелгән сеймалды сығарыу һәм эшкәртеү иҫәбенә үҫешә. Үҫешкән транспорт-иҡт. бәйләнештәр ҡала яны торама пункттарынан (Иглин, Шишмә һ.б.) эшсе көс килеүенең нигеҙе. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай күсенгән ауыл халҡы тупланған (улар иҫәбенә агломерация халҡының 50%‑тан ашыуы формалаша) үҙәктәр булып тора.

Әҙәб.: Хисматов М.Ф. Территориальная организация производительных сил Башкирии и пути её совершенствования. Уфа, 1987.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.