ҠАҠ, ҡ а ғ ы т, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Башҡорттар Ҡ. алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һ.б. емештәрҙән әҙерләй (баҡса емештәре барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡырағай емеш-еләктән эшләгәндәр). Ҡ. яһау өсөн емеш- еләкте иләк аша үткәрәләр (Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында алдан һөттә ҡайнаталар), майланған таҡтаға йоҡа ғына итеп йәйәләр һәм бер нисә көн яҡшы елләтелгән урында йәки йылы мейестә киптерәләр (йәки ҡаҡлайҙар). Әҙер Ҡ. төрөп, сәй табынына ҡуялар. Ҡ. шулай уҡ тәм биреү өсөн сәйгә һалалар, туйға бешерелгән сәксәкте биҙәйҙәр. Ураҙа ваҡытында Ҡ. м‑н ауыҙ асалар.

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.