ҠАЙЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 142 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 739; 1939 — 701; 1959 — 372; 1989 — 211; 2002 — 189; 2010 — 197 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. Ҡ. (Камил) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 67 йортта 357 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. Б.Моҡамай, С.Р.Рафиҡов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке