ҠАЙЫНЛЫҠ, Заготскот, Илеш р‑нындағы ауыл, Йөннө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 2 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 85 кеше; 1989 — 124; 2002 — 109; 2010 — 80 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. “Заготскот” дәүләт берекмәһенең Башҡ‑н контораһы базаһы ойошторолғандан һуң база ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1992 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.