ҠӘЙҮМОВ Руслан Исмәғил улы (11.2.1981, Копейск ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). Копейск ҡ. 2‑се СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры И.Е.Ивашин), 1994—2002 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Рәсәй чемпионы (1998—99), үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (2 тапҡыр, 1999).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке