ҠАЙЫН БӘШМӘГЕ (Leccinum scabrum), базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Эшләпәһенең диам. 20 см тиклем, ярымшар, һуңыраҡ мендәр формаһында, һорғолт һәм көрән, ҡайһы берҙә ҡара төҫтә. Гименофоры ваҡ күҙәнәкле, аҡһыл йәки һорғолт. Һабының оҙонлоғо 20 см тиклем, йыуанлығы 1,5—3 см, цилиндр формаһында, ғәҙәттә аҫҡа, табан йыуаная, аҡ төҫтә, ҡара тәңкәләре бар. Итсәһе тығыҙ йәки кәүшәк, аҡ төҫтә, һынған урынында төҫөн үҙгәртмәй, еҫе көслө түгел. Ҡ.б. 3 формаһы айырыла: ҡара (итсәһе тығыҙ, эшләпәһе кеүек үк, ҡара төҫтә), һаҙлыҡ (эшләпәһенең өҫкө йөҙө аҡ йәки аҡһыл төҫтә), алһыу (һынған урынында итсәһе алһыу төҫкә инә). Башҡортостанда ҡайын һәм ҡайынлы ҡатнаш урмандарҙа, уларҙың ситтәрендә уртаса дымлы тупраҡта республиканың бөтә терр‑яһында үҫә, июндән алып окт. тиклем осрай. Ашарға яраҡлы бәшмәк.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.