ҠӘЙЕПОВ Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы (1825—?), кантон башлығы, зауряд-яҫауыл (1862). Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тәлтем-Юрматы улусы Йомағужа а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) башҡорто. 1849 й. алып йорт старшинаһы, 1855 й. — 27‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1856 й. — 28‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1859 й. — 28‑се, 1860 й. — 27‑се башҡ. кантондары башлығы. “1853—1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” бронза миҙалы м‑н бүләкләнгән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Л.Ф.Таһирова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке