ҠАЙРАҠЛЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Аксёнов т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 985 кеше; 1920 — 1244; 1939 — 882; 1959 — 858; 1989 — 279; 2002 — 264; 2010 — 186 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аксёнов урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб (“Пилеш” фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1871 й. керҙәшлек килешеүе б‑са сыуаш крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 333 кеше йәшәгән, 1865 й. 120 йортта — 720 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. миссионер мәктәбе, 2 бакалея кибете, 2 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке