ҠАЙРАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 18 км  һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 103 км алыҫлыҡта Алпыяҙ й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 510 кеше; 1920 — 564; 1939 — 573; 1959 — 569; 1989 — 603; 2002 — 571; 2010 — 585 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Ший памаш” мари халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1686 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1865 й. 43 йортта 264 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. К.А.Михайлов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.