ҠӘЙЕПҠОЛ, Һарт, Учалы р‑нындағы ауыл, Яңы Байрамғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 63 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Шәгәр й. (Миндәк й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 130 кеше; 1920 — 229; 1939 — 235; 1959 — 155; 1989 — 78; 2002 — 117; 2010 — 107 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тиләү улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Мөхәмәтйән Ҡәйепҡолов билдәле. Икенсе исеме “һарт” этнонимынан алынған (ҡара: Табын). 1795 й. 14 йортта 103 кеше йәшәгән, 1866 й. 33 йортта — 181 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке